+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ялан аяҡ йөрөү файҙалы икән

Ҡайһы берәүҙәр өйҙә балаларын ялан аяҡ йөрөүҙән тыя. Имеш, һалҡын тейә, ауырыуы ихтимал. Был - бөтөнләй хата фекер.

Ялан аяҡ йөрөү  файҙалы икән
Ялан аяҡ йөрөү файҙалы икән

Табиптар иһә ялан аяҡ йөрөргә кәңәш итә, шулай эшләп ҡарағыҙ, файҙаһын тиҙ һиҙерһегеҙ, ти. Ул ҡан әйләнешен яҡшырта, аяҡ мускулдарын нығыта, арыуҙы кәметә. Табанда бик күп әүҙем нөктәләр урынлашҡан, ялан аяҡ йөрөгәндә кешенең эске ағзаларына массаж яһала. Бынан тыш, ул сыныҡтыра, һалҡын тейеү йәки вируслы ауырыуҙарҙан һаҡланырға булыша.   Ғалимдар ялан аяҡ йөрөүҙең файҙаһын һалҡынса һыу менән ҡойоноу йәки иртән йүгереп ҡайтыуға тиңләй. Өйҙә ялан аяҡ йөрөп, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоп була. Ул умыртҡалыҡ ауырыуҙары, ҡан баҫымы күтәрелеү, шешенеү, аяҡтар тирләүҙән дә файҙалы.   Ялан аяҡ йөрөү кескәйҙәргә айырыуса килешә. Координацияһы яҡшыра, мускулдары нығый, организмы сыныға. Сығанаҡ: «Башҡортостан календары» 2021. Фото: oozor.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: