+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн...

Компьютер артында оҙаҡ эшләгәндә күҙҙәр арый, уларҙы һаҡлау саралары күрелмәһә, күреү һәләте кәмей. Тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы көндәлек менюға индерһәгеҙ, күҙҙәрегеҙҙең яҡшыраҡ күреүен, тиҙ талмауын тойорһоғоҙ.

Иртәнге аш. Ҡырғыстан үткәрелгән ике сей кишергә бер аш ҡалағы әстерхан сәтләүеге, ҡаймаҡ ҡушып бутарға. Был йәшелсәлә каротин күп. Ул күҙҙе нығыта, күрәғарашлыҡты дауалай, «тауыҡ күҙ» (эңерҙә насар күреү) сире менән яфаланыусыларға ярҙам итә.

Төшкө аш. Оҙонсалап туралған кәбеҫтәне быҡтырғас, уға 100 грамм ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, туралған укроп ҡушып, 10 минут самаһы талғын утта тоталар. Кәбеҫтәләге аминокислоталар, витаминдар, минераль матдәләр күҙ сәләмәтлегенә яҡшы йоғонто яһай. Компьютерҙа оҙаҡ эшләүселәргә был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк.

Төшкөлөктән һуң аш. Орлоғо алынған өс алманы, бер аш ҡалағы йөҙөм һәм әстерхан сәтләүеген табаға һалып, өҫтөнә бал ҡойоп, һыу өҫтәп, духовкала бешерәләр. Алма көндәлек рационға инергә тейеш: унда организмға кәрәкле матдәләр күп. Ул күҙ тамырҙарын да нығыта.

Киске аш. Ике помидор, бер татлы борос, 200 грамм кәбеҫтә, һуған, петрушканы турап, көнбағыш майы һалып бутарға, тәменсә тоҙ өҫтәргә. Был салатта А, Е, С витаминдары күп. Улар күҙҙәрҙе ультрафиолет нурҙарынан һаҡлай, ҡан әйләнешен яҡшырта, кислород менән байыта.

Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».

Фото:wallbox.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: