+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәмләткес үләндәр — витаминдар сығанағы

Йыш ҡына аҙыҡҡа тәмләткестәр, йәшелсә һалғанды өнәп бөтмәйҙәр. Ә бит уларҙың файҙаһы ифрат ҙур — организм өсөн барлыҡ витаминдар тупланған.

Петрушка микроэлементтарға һәм витаминдарға бай. Унда РР, В1, И2, К витаминдары, каротин. эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 грамында С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Яҙ көнө был витаминдар һәр кешегә кәрәк.

Йәшел һуған. Һуған һабағы ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ҡаршы дауа булып тора. Ул фитонцидтарға, С, Е витаминдарына, шулай уҡ йод, кальций, калийға бай.

Ҡуҙғалаҡты даими ашһаған кешелә анемия булмай. Үләндең әскелтем япраҡтары органик матдәләр сығанағы булып тора. Уның менән составында тимер булған ризыҡтар яҡшы эшкәртелә. Шуға ла иткә ҡушып бирелгәндә тағы ла файҙалыраҡ. Ҡуҙғалаҡта каротин да бар.

Һарымһаҡ тәбиғи антибиотик булараҡ билдәле. Ул күп бактерияларҙы үлтерә. Бынан тыш, һарымһаҡ ашҡаҙанды таҙарта, йәбешеп торған матдәләрҙе иретә, ҡанды шыйыҡлата, шулай уҡ тир сығарыуҙа, һейҙек ҡыуыуҙа ла әһәмиәте ҙур. Был йәшелсәне айырыуса бешкән килеш ашағанда тештәр, теш ҡаҙнаһы өсөн файҙалы. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты аса.

Салат. Был үлән организмды С, В,Р, Е,К витаминдарына һәм микроэлементтарға байытып ҡына ҡалмай, һыу балансын тоторға ла ярҙам итә. Аҙыҡ эшкәреүҙе көйләй, сафландыра. Салат организмды тынысландыра, йоҡоно яҡшырта.

Укроп. Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кильций һәм эфир майҙары бар. Ул эс ҡатыуҙы дауалай.

Шпинат ҡуҙаҡлы үҫентеләр кеүек үк, аҡһымға бай булыуы менән үҙенсәлекле. Белгестәр унда ун төрлө витамин һәм ғәжәп күп микроэлемент булыуын асыҡлаған.

Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».

Фото: traveltimes.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: