+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дауа – аяҡ аҫтында

Был, ысынлап та, шулай. Ауырыған ваҡытта дарыуҙар ҡулланыр урынға,  үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән үләндәр менән дауаланыу күпкә файҙалыраҡ. Ниндәй үлән нимәнән ярҙам итә тиһегеҙме?

Дауа - аяҡ аҫтында
Дауа - аяҡ аҫтында

Кейәү үләне. Киҙеү, ашҡаҙан ауыртыу, бөйөр сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, быуындар һыҙлауы кеүек осраҡтарҙа килешә. Көслө һейҙек ҡыуыу сифатына эйә.

Гөлйемеш. Иммунитетты нығыта, С, К витаминдарына, минералдарға бай.

Клевер. Йүтәлдән ярҙам итә, ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән шифаһы тейә. Шәкәр диабеты осрағында сәй урынына эсергә тәҡдим ителә.

Бөтнөк. Тынысландыра, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Нервылар ҡуҙғыуын, ауыртыуҙы баҫа, йоҡоно яҡшырта.

Еләк япрағы. Ҡанды таҙарта, тынысландыра, организмды нығыта. Киптергән саҡта ваҡ ҡына еләктәрен дә ҡушып ебәрһәгеҙ, ҡышҡыһын хуш еҫле еләкле сәйҙән кәйефегеҙ күтәрелер.

Меңъяпраҡ. Гастрит йонсотһа, бер сәй ҡалағы үләнде бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 5-10 минут төнәтеп, ярты стаканлап эсергә.

Бәпембә. Бауырҙы таҙарта, организмдан токсиндарҙы ҡыуа.

Йүкә сәскәһе. Ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра. Һалҡын тейгәндә ныҡ килешә. Әммә артыҡ мауығырға ярамай, йөрәккә көс төшөүе ихтимал.

Һәр дарыу үләнен ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки үләндәр менән дауаланыуҙа ла сикләүҙәр бар. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: expert.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: