-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шешенеүҙән файҙалы төнәтмә

Был төнәтмәне әҙерләү өсөн геркулес ярмаһы кәрәк буласаҡ. 

Шешенеүҙән файҙалы төнәтмә
Шешенеүҙән файҙалы төнәтмә
Һатып алғанда ҡаптың төбөнә иғтибар итегеҙ: унда 1 һаны яҙылһа - ул иң эреһе. Һаҡлау ваҡыты алты айҙан артмаҫҡа тейеш, шулай икән - файҙалыраҡ.

Бер порция өсөн өймәләм ике ҡалаҡ ярма алып, тишекле һауытта йыуабыҙ ҙа өҫтөнә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатабыҙ һәм 10 минутҡа ултыртып ҡуябыҙ.

Шифалы эсемлекте көнөнә бер-ике тапҡыр ашарҙан 20 минут алдан эсергә. Ай буйы эскәндән һуң 10 көн ял итергә.

Был төнәтмә организмдың һаҡланыу мөмкинлеген арттыра, иммунитетты күтәрә, ҡул-аяҡтың шешенеүен бөтөрә. Бәүел бүленеү эшмәкәрлеген һәм ҡан баҫымын яйға һала.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: