+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн

Баҡтиһәң, алоэ гөлөндә күҙҙәр өсөн ныҡ файҙалы булған витаминдар бар икән. 

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн
Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн

Халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар алоэның күреү һәләтен яҡшыртыуын да белдерә. Бының өсөн беҙгә 100 грамм – алоэ, 500 грамм – грек сәтләүеге, 3-4 – лимон, 300 грамм бал кәрәк була. Лимондарҙың һутын һығып алығыҙ. Унан башҡа ингредиенттар менән ҡушып, блендерҙа әҙер масса булғансы әйләндереп алығыҙ.

Көнөнә өс мәртәбә, ашар алдынан, берәр аш ҡалағы ашайбыҙ. Өс айҙан күреү һәләте яҡшырыуын тойорһоғоҙ, ти халыҡ табиптары. Быны күҙҙәрҙең күреү һәләтен профилактикалау өсөн дә эшләргә була икән.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: estnicu.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: