+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайын еләге өлгөрҙө

Уны турғай еләге, яңғыҙаяҡ тип тә йөрөтәләр. Уның емеше генә түгел, япраҡтары ла, һабағы ла, тамыры ла файҙалы.

Ҡайын еләге өлгөрҙө
Ҡайын еләге өлгөрҙө

Уның составында еңел үҙләштерелеүсе глюкоза менән фруктоза бар, ә әсе тәмде лимон, алма, салицил һәм хин кислоталары бирә. Ҡайын еләге башҡа еләктәрҙән үҙенең хуш еҫле булыуы менән дә айырылып тора. Быны уға эфир майҙары, хуш еҫ өҫтәүсе матдәләр өҫтәй. Унда тимер сливаға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә виноградҡа ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк. Ә составындағы кальций күләме буйынса, ул бөтә-еләк емештәр араһында беренсе урында килә. Тимәк, организмығыҙға кальций етмәй икән, күберәк ҡайын еләге ашарға кәрәк.

Ҡайын еләге аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. 100 г яңы өҙөлгән еләктә ул 120 мг була икән. Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә бай булыуы менән дә сәләмәтлек өсөн файҙалы ул.

Ҡайын еләге йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан уны күпләп ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.

Ул аш эшкәртеү процесын, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләүгә лә ярҙам итә. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһынан, эс ҡатыуҙан, геморройҙан һәм глисталарҙан файҙаһы бар. Ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуыу юлдары ялҡынһынғанда уның емешен файҙаланалар. Һанай китһәң, уның бик күп ауырыуға ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Ҡалҡан биҙе сирҙәренә ҡаршы ла, быуын һыҙлауынан да, бөйөр ауырыуҙарына ла, диабеттан да, анемиянан да, матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан да, диатезды, подаграны, циститты дауалауҙа ла шифаһы тейә.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: