+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Баҡса" косметикаһы

Йәй баҡсаларҙы йәмләгән йәшелсә-емештән, болондарға түшәлеп үҫкән сәскә-үләндәрҙән ҡайнатма-фәлән генә түгел, тире өсөн файҙалы битлектәр ҙә эшләп була. Кәрәкле витаминдар, матдәләр тәшкил итеүе менән файҙалы ул “баҡса” косметикаһы.

"Баҡса"  косметикаһы
"Баҡса" косметикаһы

Битлек өсөн яңы өлгөргән йәшелсә-емеште генә ҡулланығыҙ.
Һалыр алдынан әҙерләнгән массаны беләктең эске яғына – тиренең йоҡа урынына һөртөп, аллергия ихтималлығын тикшерегеҙ.
Битлек массаһын шунда уҡ ҡулланығыҙ, һыуытҡысҡа ла, башҡа урынға ла һаҡлауға ҡуймағыҙ.
Йәйге битлектәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр яһау кәңәш ителә.
Һөҙөмтә тейешле кимәлдә булһын өсөн битлек һөртөр алдынан тирене махсус скраб ярҙамында таҙартыр кәрәк.

Ҡыярҙан
Ярты ҡыяр һәм бер аш ҡалағы йогурттан яһала. Йәшелсәне блендерҙа иҙеп, йогурт ҡушып болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны биткә һөртөп, 30 минут тоторға. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Тирене ағартырға теләһәгеҙ, ҡыярҙы иҙегеҙ ҙә уға лимон һуты ҡушығыҙ. Биткә һөрткәс, күпмелер ваҡыттан битлек кибәсәк, шуға күрә ул йыуылмай, “сисеп” кенә алына.

Юл япрағынан
Бындай битлек һулып барған тирегә бик килешә. Ауыҙ, күҙҙәр һәм танау өсөн махсус тишектәр уйып, бер нисә ҡат марлянан битлек әҙерләргә. Йәш юл япрағын йыйып, турап, 1:3 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойорға. Талғын утта ҡайнатып алырға. Аҙаҡ, һыуығас, килеп сыҡҡан массаны марляға һалып, биттә 15 минут дауамында тоторға. Йылы һыу менән йыуырға.


Петрушканан
Укроп менән петрушканы тигеҙ күләмдә алып турарға, бер аш ҡалағы үләнгә ике стакан нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойорға. Ҡапҡас ябып, ике сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Күҙҙәр, ауыҙ өсөн тишек ҡалдырып, мамыҡ йә етен сепрәктән битлек әҙерләргә лә, уны төнәтмәгә манып, 15 минутҡа биткә һыларға.
Ике аш ҡалағындай петрушкаға ошо уҡ күләмдә ҡуйы ҡаймаҡ ҡушып болғатырға. Тиреһе ҡоро булғандар өсөн ҡулай был битлек.

Емеш-еләктән
100 грамм ҡурай еләген иҙеп, ике аш ҡалағындай һөт ҡушырға. Сепрәктән әҙерләнгән битлекте ошо массаға манып, аҙ ғына һығырға һәм тирегә һыларға. 15 минут үткәс, битлекте сисеп, һалҡын һыу менән йыуынырға.
Ҡарбуздың йомшаҡ ерен иҙеп, марля менән биткә һылаһаң да тире бермә-бер яҡшыра.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: przyslijprzepis.pl

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: