+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй күҙлек һайларға?

Кеше күҙе өсөн ультрафиолет нурҙар зарарлы. Ҡояшлы көндәрҙә ҡара күҙлек кейеп йөрөргә кәрәк. Табиптар уларҙы балаларға ла тәҡдим итә. 

Ниндәй күҙлек һайларға?
Ниндәй күҙлек һайларға?

Сөнки кескәйҙәрҙең күҙ яҫмығы әле төҫһөҙ була, көслө ҡояш нурҙарының уларға зыян килтереүе ихтимал. 

Ҡояштан һаҡланыу өсөн ниндәй күҙлек кейһәң дә ярай, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһыҙ. Ә ниндәйҙәрҙе алырға кәңәш ителә һуң?

Әгәр һеҙ күҙлек кейгәс, әйләнә-тирәне көрән, ҡыҙғылт һары, йәшкелт, һоро итеп күрәһегеҙ икән, уны дөрөҫ һайлағанһығыҙ. Ә зәңгәрһыу итеп күрһәгеҙ - дөрөҫ түгел.

Быяла күҙлектәр күҙҙәрҙе пластмассанан яһалғанына ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡлай, тип уйлаһағыҙ ҙа хаталанаһығыҙ. Ул ультрафиолет нурҙарының "В" төркөмөнән генә һаҡлай. Әгәр ҡояшлы көндө үҙегеҙҙе һәйбәт тояһығыҙ икән, тимәк, күҙлегегеҙҙе уңышлы һайлағанһығыҙ.

Фото: etoglaza.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: