+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникулды нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

Нимә ул хәүеф? Ябай ғына итеп әйткәндә, ҡурҡыныс. Һәр беребеҙҙе һағалап ҡына тора. Шуға ла һаҡ булырға кәрәк. Бигерәк тә йәйге каникулда, ошо миҙгелдәге ял мәлендә.

Каникулды нисек хәүефһеҙ үткәрергә?
Каникулды нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

Ә бит балаларҙы ғына түгел, өлкән кешеләрҙе лә тәбиғәт ҡосағында ла, йорт эргәһендә лә, юлда ла әллә күпме ҡурҡыныс һағалай. Кеше шундай йән эйәһе, ул әҙ генә уяулығын юғалттымы, эсәк инфекциялары йоҡтороп, бөжәктән тешләнеп кенә бара. Үҙен юлда ла, һыу буйында ла бәлә ҡарауыллап ҡына тора. Бар донъяны йылытып, йәшеллеккә кәрәкле нурҙарын сәсеп тор­ған ҡояш аҫтында артығыраҡ йөрөү ҙә хәүефле. Хәҙер мин һеҙгә ҡояш апай менән нисек дуҫ булырға һәм уның зәһәр нурҙарынан дөрөҫ һаҡланырға кәрәклеге тураһында ентекләп һөйләп үтәм.
Әгәр ҙә был ҡояшлы көндө оҙаҡ яланбаш йөрөһәк, беҙҙең тәнебеҙ ҡыҙа һәм башыбыҙға эҫе ҡаба. Һеҙҙең смартфонығыҙ эҫе ҡояш нурҙарынан ҡыҙып, һүнеп ҡал­ғаны бармы? Минеке бар. Кеше организмы ла шулай, кеҫә телефоны һымаҡ, эҫелә ҡәҙимгесә эшләй алмай.
Эҫегә бирешмәҫ өсөн бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк:
U Тышҡа сығыр алдынан башҡа панама (кепка, бейсболка) кейергә.
U Ҡояшҡа күренеп торған урындарға – ҡулға, елкәгә һәм башҡа ерҙәргә һаҡлаусы крем һөртөргә.
U Иртәнге ундан көндөҙгө өскә тиклем ҡояш үтә ныҡ ҡыҙҙыра. Был ваҡытта ҡыҙыныу бик хәүефле. Тимәк, күләгәлә ял итеү отошлораҡ.
U Ҡояш аҫтында 30 минуттан да артыҡ йөрөргә ярамай.
U Асыҡ урында уйнап алғандан һуң, күләгә ышығына күсеп, уйынды шунда дауам итергә.
U Асыҡ төҫтәге еңел, тәбиғи материалдарҙан кейем кейергә.
U Күберәк һыу эсергә.
U Әгәр ҙә эҫе һуҡһа, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе еүеш таҫтамалға төрөп, өйгә алып ҡайтырға, бешеүҙән һаҡлаусы аэрозоль ҡулланырға тейеш.
U Йәй көндәрендә утҡа, эҫе һыуға һәм һурпаға бешеү осраҡтары арта. Һаҡ булығыҙ.
U Әгәр ҙә тәнегеҙ ныҡ янһа, тиҙ арала травмпунктка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Балалар баҡсаһында ла беҙ хәүефле хәлдәрҙән һаҡланыу маҡсатында төрлө саралар үткәрәбеҙ. Кескәйҙәр менән фәһемле әңгәмәләр, уйындар, дәрестәр, осрашыуҙар, экскурсиялар һәм башҡа саралар ойошторабыҙ. Сөнки алдан иҫкәртеү күп бәләләрҙән ҡотҡара.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, йәйге ялығыҙҙы хәүефһеҙ үткәрегеҙ, кескәй дуҫтар!

Рәхилә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
«Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ районы, Темәс ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: