+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡан баҫымы күтәрелһә...

Ҡыяр — беҙҙең илдә иң популяр йәшелсәләрҙең береһе. Был йәшелсә нимәһе менән файҙалы һәм уны нисек ҡулланыу яҡшырак булыуы тураһында табиб-диетолог, фитотерапевт Анжелика Дюваль һөйләй:

Ҡан баҫымы күтәрелһә...
Ҡан баҫымы күтәрелһә...

"Ҡыяр калийга бай, ул артыҡ һыуҙы сығара. Был- уның төп ҡаҙанышы", — ти Дюваль.

Ҡыяр һутынан яһалған эсемлек гипертониянае яфа сигеүсе кешеләрҙә артериаль ҡан баҫымын нормалләштереүгә ярҙам итә, ти диетолог. Ул бындай "лимонад"ты нисек әҙерләргә кәрәклеген дә аңлатты.

"Әгәр ҡыяр һутын минераль һыу менән яртылаш кушһаҡ, бөтнөк һәм әфлисун өҫтәһәк, һалҡынса лимонад килеп чыга. Эҫелә шул рәүешле ҡан баҫымын кәметергә һәм үзеңде яҡшыраҡ хис итергә мөмкин", — ти Дюваль.

Әммә кибеттәрҙә һатыла торған йәшелсәләрҙә ҡайһы саҡта файҙалы ғына түгел, сәләмәтлек өсөн зарарлы матдәләр ҙә була, тип киҫәтә диетолог. Шуға ла һатып алынған ҡыярҙы ҡабығынан таҙартырға кәрәк.


"Ашлама составына кергән нитраттар һәм химик матдәләр нәҡ бына шунда туплана. Ҡабығынан таҙартҡас, таҙа, сифатлы йәшелсә ҡала", - дип һанай Дюваль.

"Яңы ғына түтәлдән өҙөп алған ҡыяр иң файзалыһы буласаҡ, сөнки беҙ ултыртканда ниндәй ашламалар ҡулланыуыбыҙҙы һәм бер ниндәй химия булмауын беләбеҙ. Шулай уҡ һыу һибеү күләмен дә контролдә тотабыҙ, сөнки уға ҡыярҙың составы, унда күпме минералдар булыуы ныҡ бәйле", — тип аңлата белгес.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: