-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөт эс, ауырымаҫһың!

Һөт аҙыҡтарында тештәр һәм һөйәктәрҙе нығытыр өсөн күп кальций барлығын бөтәгеҙ ҙә белә инде. Уның тағы ниндәй файҙаһы бар икән?

Һөт эс, ауырымаҫһың!
Һөт эс, ауырымаҫһың!

Һөт аҙыҡтарында 250-гә яҡын файҙалы элемент бар. Ул аҡһымдарҙан, 25 төрлө минераль тоҙҙан, 12 витаминдан, 10 ферменттан, 18 майлы кислотанан тора.
Ундағы аҡһымдарҙа организм эшен яйға һал­ған матдәләр тиҙ үҙләштерелә, һөт иммунитетты нығыта.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, рационда йогурт, сыр һәм һөт ҡулланыу үпкә, бөйән, аналыҡ муйыны яман шештәре менән сирләү ихтималлығын кәметә.
Һөттәге туҡлыҡлы элементтар мейе күҙәнәктәрендәге матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә. Ғалимдарҙың тәжрибәһенән күренеүенсә, даими рәүештә һөт эсеүселәрҙең логик фекерләүе, хәтере яҡшыра.
Калийға ла бай ул. Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, тамырҙар көбөн нығыта.

Фото: eda-land.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: