+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Юл япрағы төнәтмәһе

Юл япрағы төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуҙарынан ныҡ файҙалы. Ундағы асыҡ яраны бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсергә кәңәш итәләр. Бөгөн юл япрағынан төнәтмә эшләүҙең ике ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Юл япрағы төнәтмәһе
Юл япрағы төнәтмәһе

1 аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12-15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3-4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә.

Икенсе ысул өсөн термос кәрәк буласаҡ. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтәләр. Был төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш итәләр. 

Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға мөмкин. 

Сығанаҡ: vk.com

Фото:sales.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: