+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
13 Августа 2022, 11:35

Витаминдар ашағыҙ!

Йәйге эҫе көндәрҙә түбәндәге 7 төр витамин тураһында оноторға ярамай.

Витаминдар ашағыҙ!Витаминдар ашағыҙ!
Витаминдар ашағыҙ!

А витамины. Сәс үҫтерергә, күҙ һәм теш ауырыуҙарын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Ул кишерҙә, кәбеҫтәлә, йомортҡала, һөттә бар.

С витамины. Цитруслы еләк-емештә, ҡыҙыл бороста, шалҡанда, помидорҙа күп.

Е витамины. Иммун системаһын нығыта. Бының өсөн салат, дөгө, бойҙай ашағыҙ.

В1 витамины. Организмығыҙҙа ул булһын тиһәгеҙ, сәтләүек менән туҡланығыҙ. Нервы ауырыуҙары, хәлһеҙлегегеҙ юҡҡа сығыр.

В2 витамины. Кәбеҫтәлә, борсаҡта, помидорҙа, шалҡанда һәм бигерәк тә йәшел алмала етерлек. Тирене шымарта, күҙгә һәм ирендәргә файҙалы, ғүмерҙе оҙонайта.

В6 һәм В9 витаминдары. Редис, шалҡан, торма, ҡара икмәк, балыҡ - организмығыҙҙың дөйөм торошон яҡшыртыр.

Д витамины. Йөрәккә көс бирә. Май, йомортҡа, һөт, бауыр - былар бөтәһе лә Д витамины менән тәьмин итә.

Сәләмәт булғыҙ!

Фото: kartinkin.net

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас