+28 °С
Болотло
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
23 Август 2022, 10:20

Тоҙ шифаһы

Тоҙ, аш тәмләткес булыуынан тыш, шифалы тәбиғи минерал да. Уны борон-борондан тәндәге йәрәхәтте уңалтыу өсөн ҡулланғандар.

Тоҙ шифаһыТоҙ шифаһы
Тоҙ шифаһы

Бындай осраҡта, ғәҙәттә 10 процентлы тоҙ иретмәһен бинтҡа һеңдереп, яраны бәйләп ҡуйыу һәйбәт һөҙөмтә бирә. Бер юлы тоҙ, тән туҡымаларындағы микробтарҙы һурып, таҙарта ла.

Балаларға аллергия булғанда ла тоҙло һыу - аҙ ғына тоҙ ҡушылған  иретмә ярҙамға килә. Һыу йылымыс ҡына булырға тейеш, шунда махсус йомшаҡ бейәләйҙе йәки сепрәк йыуғысты еүешләп алып, баланы наҙлап ҡына ышҡыйҙар.

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары".

Фото: science.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас