+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
16 Сентябрь 2022, 08:30

Һаулыҡ өсөн һоло эсемлеге эсегеҙ!

Һоло эсемлеген әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһын һанап бөткөһөҙ. Тәү ситатта, ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм матдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә  "тиҙ ярҙам" да үҙе.

Һаулыҡ өсөн  һоло эсемлеге эсегеҙ!Һаулыҡ өсөн  һоло эсемлеге эсегеҙ!
Һаулыҡ өсөн һоло эсемлеге эсегеҙ!

3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр ҡомо урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынға ла эсергә була.

 

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас