

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейҙа балаларҙың туҡланыу менюһы нисек икән? Ошо хаҡта беҙгә интернат-лицей тәрбиәсеһе Зөлфиә Сәфәр ҡыҙы Сәйфуллина:
– Белем усағыбыҙҙа Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 200 бала уҡый. Улар көнөнә 6 тапҡыр туҡлана. Лицейҙа күп балалы ғаиләләрҙән дә уҡыусылар бар, уларға ашау бушлай.
Беҙҙең лицей директоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Фердинант улы Ғәлимуллин уҡыусыларҙың туҡланыуы менән даими ҡыҙыҡһына, улар менән көн дә әңгәмәләшеп тора.
Лицейҙа дөрөҫ туҡланыу буйынса аҙналыҡтар үткәрелә. Тәрбиәселәр синыф сәғәттәре үткәрә. Йыл да төрлө фәһемле сара, конкурстар уҙғарыла.
Әлбиттә, был сараға атай-әсәйҙәр ҙә йәлеп ителә. Улар килеп, меню буйынса ҡыҙыҡһына. Бешерелгән ризыҡты тәмләп ҡарайҙар. Үҙ тәҡдимдәре менән бүлешәләр. Бына шулай беҙҙә балаларҙың туҡланыуы – гел иғтибар үҙәгендә.
Мәктәп уҡыусыһы – сәләмәт, уның үҫеше дөрөҫ барһын өсөн дөрөҫ туҡланыу мотлаҡ икәнен барыбыҙ дөрөҫ аңлай.