-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
23 Сентябрь 2022, 11:00

Алма аша, бер ҙә ауырымаҫһың

Беҙҙең һәр беребеҙҙең яратҡан емеше бар. Кемдер – әфлисунды, берәүҙәр – алманы, икенселәр бананды көн дә ашай. Ә уларҙың ҡайһыһы организмға иң файҙалыһы? Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ.

Алма аша, бер ҙә ауырымаҫһың
Алма аша, бер ҙә ауырымаҫһың

Кем көнөнә бер алма ашай, шул ауырымай, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Уны йыш ашау ғүмерҙе оҙайта, организмды яңырта. Әлеге емештәге күҙәнәкле туҡыма эсәктәрҙе яҡшыраҡ эшләтә. Был, үҙ сиратында, яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты, ололарҙа була торған Альцгеймер ауырыуҙарын иҫкәртә, ҡандағы холестерин кимәлен кәметә.
Ә һеҙ беләһегеҙме, банан бейеклеге 15 метрға еткән үлән икән дә. Уның емеше еләк һанала. Улар йәшел, һары, ҡыҙ­ғылт һары, алһыу, ҡыҙыл, хатта күк төҫтәрҙә була, ҡара һәм буй-буй һыҙыҡлыһы ла бар. Бына шундай тәбиғәт мөғжизәһе!
Әгәр ҙә тиҙ генә энергияны тулыландырғығыҙ, кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, банан ашарға кәңәш ителә. Күңел көрлөгө биреүсе был емештең 100 гра­мында 70 – 100 килокалорий бар. Ә бешеп етмәгән йәшелендә улар тағы ла күберәк була икән. Хатта спортсылар мускулдарын үҫтерер өсөн банан ашай. Унда серотонинға (шатлыҡ, бәхет гормондары) әйләндереүсе триптофан аҡһымы ла бар. Әгәр ҙә бананды йыш ашаһағыҙ, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫһегеҙ.
Гастриттан, ашҡаҙандың сей яраһынан да ярҙам итә. Үҙәк көйөүҙе бөтөрә. Даими һыйланып торғандарҙың ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуын иҫкәртә.
Әфлисун ҡанды таҙарта, организмды йәшәртә, энергия менән тулыландыра. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы булған фолий кислотаһы бар. Ауырыу тыуҙырыусы вирустарҙан һаҡлап, иммунитетты күтәрә. Матдәләр алмашыныуын әүҙемләштереп, метаболизмды тиҙләтә.
Виноградтың 10 меңдән ашыу төрө бар. Организмды йәшәртеп кенә ҡалмай, уны йыш ҡуллан­ғанда ҡан баҫымының юғарылығынан һәм йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолорға була. Ҡанды таҙарта, бронхитты еңергә булышлыҡ итә, онкология ауырыу­ҙарын иҫкәртә. Виноград һуты иммунитетты күтәрә. Ә тиресәһе кеше организмы өсөн иң файҙалыһы икән.
Грушаны ҡы­тай­ҙар, үлемһеҙлек символы, ти­ҙәр. Йөрәк, аш­ҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеген яйға һала ул. Ҡандағы шәкәрҙе кәрәкле кимәлдә тотор­ға ярҙам итә. Күп кенә төрҙәре йод­ҡа бай. Тик ас ҡарынға ашар­ға ярамай. Иң яҡшыһы – аш табынынан һуң бер сәғәт үткәс һыйланыу.
Дүрт мең йыл элек абрикосты Ҡытай тау битләүҙәрендә тап­ҡандар. Бик фай­ҙалы был емештә 40 процент шәкәр һәм күп күләмдә витаминдар, минералдар бар. Составында бета-каротин булған абрикос күҙ, тире, йөрәк, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Уны йыш ашау аҙ ҡанлылыҡтан, онкология сирҙәренән аралай.
Әсе емеш – лимон бөтөнөбөҙгә лә яҡшы таныш. Билдәле диңгеҙ сәйәхәтсеһе Джеймс Кук моряктарҙы цинга ауырыуынан был емеш менән дауалаған өсөн Короллек ойошмаһының алтын миҙалына лайыҡ була. Шуның хөрмәтенә XVII быуатта Британия моряктарын йыш ҡына «лимонсылар» тип атайҙар.
Лимон – иммунитетты нығытыусы, һыуыҡ тейгәндә ярҙамға килеүсе иң файҙалы емеш. Аппетитты төшөрөп, организмда­ғы майҙы кәметә. Унда вита­миндар күп миҡдарҙа, иң беренсе сиратта, аскорбин кислотаһы, С ви­тамины (100 грамға 150 миллиграмм) етерлек булыуы менән маҡтаулы был емеш. Лимонды йыш ашау организмдың иртә ҡартайыу­ына юл ҡуймай. Тик ашҡаҙан сей яраһы, ашҡаҙан һутының әселеге юғары булғандар­ға уны ашарға ярамай, ти табиптар.
Хөрмә – татлы, ҡыҙғылт һары, ғәҙәти булмаған тәмдәге емеш. Боронғо грек телендә ул «Аллалар емеше» тип атала. Хөрмәнең тыуған иле – Ҡытай. Ул асығыуҙы баҫа, шуға ла кәүҙәһен һомғол итеп күрергә теләүселәргә, хөрмә ашағыҙ, тип кәңәш итәбеҙ. Шулай уҡ аш һеңдереү юлдарын, һейҙек бүлеү системаһын яйға һала. Химик составы ифрат бай. Витаминдар­ҙың күплеге менән алманан уҙып китә. Организмды шлак һәм токсиндар­ҙан таҙарта.
Персик та – ныҡ файҙалы бул­ған тәмле, һутлы, хуш еҫле емеш. Уның ағасын йыш ҡына «йәшәү ағасы» тип тә атай­ҙар. Персик тирене матурлай, шуға ла үҙен косметологияла ла ҡулланалар. Калорияһы аҙ бул­ғанлыҡтан, уны ябығырға теләүселәрҙең рационына индерергә кәңәш ителә. Аш һеңдереү сис­темаһына, мускулға, һөйәккә, йөрәккә, хатта сәскә лә файҙалы. Венгрияла персикты «тынысландырыусы емеш» тип тә атайҙар, сөнки ул насар кәйеф, юҡҡа-бар­ға борсолоуҙан һаҡлай икән.
Кивиҙың да тыу­ған ере – Ҡытай. Тышы йөнтәҫ булғанлыҡтан, был илдә уны «маймыл персигы» тип йөрөтәләр. Киви исеме 1950 йылда ғына бирелгән. Яңы Зеландия кешеләре Ҡытайҙан был емеште Америкаға, башҡа илдәргә сығара башлай. Киви тип аталған ҡошҡа оҡшашлығы бул­ғанлыҡтан шулай аталалыр, тип фаразлайҙар.
Киви – ысын мәғәнәһендә витаминлы хазина. Унда әфлисун менән лимонға ҡарағанда ла аскорбин кислотаһы (С витамины) күберәк. Ябығырға теләүселәргә организмды төрлө шлак, токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, иммунитетты ла күтәрә. Организмдағы майҙы кәметә, ҡанды шыйыҡлай, холес­терин төйөрсөктәренән, ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙән арындыра, эс ҡатыуҙан, үҙәк көйөүҙән ярҙам итә. Кивиҙың тышын беҙ әрсеп ташлайбыҙ, баҡтиһәң, ул да ашауға яраҡлы икән.
Гранатты көнсығыш илдәрендә, бөтөн емеш­тәр­ҙең батшаһы, тиҙәр. Уға юҡҡа ғына ошондай атама бирмәгәндәр. Баҡһаң, ныҡ бешкән гранат шартлап ярылғас, эсендәге орлоҡтары шартлатҡыс граната кеүек төрлө яҡҡа сәселеп китә икән. Бына шунлыҡтан уға исемен дә есеменә тап килтереп тапҡандар. Уның файҙалы булған емеше иммунитетты күтәрә, төрлө ауырыуҙарҙан дауалай, һаҡлай. Йыш ашағанда организмдағы радиацияны, токсиндарҙы сығара, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. Һыуыҡ тейгәндә юғары температураны төшөрөргә ярҙам итә, йүткереүҙе еңеләйтә. Йөрәк ауыртҡанда, юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты менән яфалағанда файҙаһы бар. Аш һеңдереү юлдарына булышлыҡ итә. Составында тимер күп булғанлыҡтан, аҙ ҡанлылыҡты бөтөрә.
Балалар, емештәрҙе күберәк ашағыҙ, һау-сәләмәт булып үҫер­һегеҙ!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: