+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
27 Сентября 2022, 09:00

Иммунитетты нисек нығытырға?

Әле – һауа торошоноң бик тотороҡһоҙ осоро,  берсә көслө ел иҫә, берсә һалҡын ямғыр яуа һәм ҡапыл көн һыуыта. Өҫтәүенә, миҙгел сирҙәре, ковид “йоҡламай”, һәр кемде төрлө микроб-инфекциялар һағалай... Шуға иммунитетты нисек нығытырға?

Иммунитетты нисек нығытырға?Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?

Белеүебеҙсә, иммунитет – күҙәнәк һәм туҡымаларҙа үҙгәрештәр барлыҡҡа килтергән инфекциялы агенттарға һәм сит матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ. Организм өсөн уның әһәмиәте бик ҙур. Беҙҙең ошо һаҡлау системаһы яҡшы эшләмәһә, төрлө аяуһыҙ микробтар организмды юҡҡа сығара һәм кешенең ғүмере өҙөлә. Шуға иммунитетты нығытыу өсөн иң төп талап – сәләмәт тормош алып барыу.  Әгәр теүәл үтәһәң, организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген арттырырһың. Тағы көн режимын дөрөҫ үтәргә тырышырға кәрәк: тейешенсә йоҡлау, аҡһымға, төрлө витаминдарға һәм минералдарға бай ризыҡ ашарға, физик яҡтан әүҙем булырға.

Даими физик әүҙемлек сәләмәтлеккә 8 йәштә лә, 80 йәштә лә ныҡ файҙалы. Шуға мөмкин тиклем саф һауала булырға һәм йәйәү йөрөргә тырышырға кәрәк.

Әгәр үҙегеҙҙә арыу тояһығыҙ, йыш сирләйһегеҙ икән, был - иммунитетығыҙ ҡаҡшаған, тигән һүҙ . Шуға сәләмәт тормош алып барыу – иң мөһиме.  Яҡшы туҡланыу, йәшелсә, емеш-еләк ашау, күберәк таҙа һыу эсеү, саф һауала йөрөү, физик эш менән шөғөлләнеү – бына ябай ғына, әммә иң төп ҡағиҙәләр.

Һаулығығыҙ торошона иғтибарлы булығыҙ!

АВТОР фотоһы.

Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас