+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
17 Октября 2022, 11:35

Күберәк алма ашағыҙ!

Кешенең сәләмәтлеге уның дөрөҫ туҡланыуына бәйле, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Алма ашау айырыуса файҙалы.

Әгәр баш өйәнәге буласағын йә иһә башығыҙ ауыртасағын һиҙәһегеҙ икән, алма ашап ҡуйығыҙ һәм әлеге сирҙәр һеҙҙе борсомаҫ.
Көнөнә 1 алма ашау тәндең С витаминына булған ихтыяжының 1/4 өлөшөн бөтөрөргә һәләтле. С витамины иһә тирегә йыйырсыҡтар сығыуҙан һәм иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Алмала В2 витамины ла бар. Әлеге файҙалы матдәгә ихтыяж булмаһа, биткә бетсәләр сыҡмаҫ, сәс ҡауаҡланмаҫ, ирендәр ярылмаҫ.
Алмаларҙа булған В1 витамины арыу, күңел төшөнкөлөгөн еңергә, йоҡоһоҙлоҡ менән көрәшергә ярҙам итә.
Алмаларҙың ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы үҙенсәлеге бар, улар ҡан тамырҙарын нығыта, холестеринды кәметә һәм тимер миҡдарын күтәрә, ҡан баҫымын яйлай, аш эшкәртеүҙе, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, тәнде ағыулы, ауыр матдәләрҙән таҙарта.
Ҡаты алманы әкрен генә сәйнәп ашау урттарға һылама яһағандай йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта ауыҙҙағы микробтарҙың 90 проценты үлә.
Алмала тештәр боҙолоуға юл ҡуймаусы тәбиғи кислоталар бар.
Ҡан тамырҙары киңәйгәндә һәм быуындар һыҙлағанда, көн һайын ашар алдынан йылы килеш ярты стакан алма һыуы эсегеҙ.
Бөйөрҙәрҙә һәм бәүел ҡыуығында таштар булғанда, бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ, алма ҡабығынан әҙерләнгән сәй эсергә кәңәш ителә. Әлеге төнәтмә менән тәнгә ҡысытҡылар сыҡҡанда һәм тире ауырыуҙары күҙәтелгәндә лә дауаланырға мөмкин.
Тире бешкәндә һәм өшөгәндә ауыртҡан урынға ыуылған алма ҡуйыу файҙалы.
Алма бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа ла ярҙам итә. Был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн көнөнә 3-4 баллы алма ашағыҙ. Шешенеүҙәрҙе бөтөрөү өсөн сей, бешкән алма ашарға кәрәк.

Сығанаҡ: bashkortvk

Фото: fb.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас