+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
18 Октябрь 2022, 08:35

Йөҙ сиргә шифалы эсемлек

Уны әҙерләү өсөн ни бары өс әйбер – һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһе (уксус) кәрәк. Был эшләнелгән ҡатнашма  иммунитетты нығыта, «насар» холестеринды кәметә. Уны һәр көн һайын ҡулланһаң, үҙеңде миҙгел инфекцияларынан һаҡлап ҡала алаһың.

Эсемлекте һәр кемгә ҡулланырға ярай.

Кәрәк буласаҡ: 1 сынаяҡ алма һеркәһе, 1 сынаяҡ бал, 10 тырнаҡ һарымһаҡ.

Һарымһаҡ тырнаҡтарын таҙартығыҙ ҙа шул килеш бал менән алма һеркәһенә бутап, тығыҙ ябыла торған банкаға һалып ҡуйығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға тейешбеҙ.

Иртәнсәк ас килеш 2 аш ҡалағы күләмендә эсергә кәрәк. Артынан һыу эсеп ҡуйырға була, тик 15 минут дауамында бер нәмә лә ашарға ярамай.

Шифалы эсемлектең файҙаһын бишенсе көнгә үк һиҙәһең. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуҙар бөтә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра һәм организмдың тонусы һәйбәтләнә. Анемия, йоҡоһоҙлоҡ, депрессиянан яфа сигеүселәргә лә файҙаһы ҙур.

Гөлнур Сәлихова.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас