

Баллы әстерхан сәтләүеге
Әстерхан сәтләүеген ит турағыстан сығарып,шунан бал ҡушып, ҡуйы бутҡа хәленә килерлек итеп болғатабыҙ. Теләгән кеше берәр семтем имбирь оно ла өҫтәй ала. Шифалы һәм бик тәмле ҡатнашманы һыуытҡыста тотабыҙ. Уны көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан берәр аш ҡалағы ҡабып ҡуйырға кәңәш ителә.
Бал менән һуған һуты
Бер стакан шыйыҡ балға стакандың өстән бер өлөшө күләмендә яңы һығылған һуған һуты һалып болғатабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Был ҡатнашма бик үк тәмле түгел, әммә файҙалы үҙенсәлектәре иҫ киткес. Уны көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ҡалаҡлап ҡабырға кәрәк. Ҡан тамырҙарын таҙартыуҙан тыш, ул организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын да арттыра.
Гранат, алма, кишер һуттары
Был һуттарҙың магазиндан һатып алынғандары түгел, ә емештәрҙән һәм йәшелсәләрҙән яңы ғына һығылғандарын ҡулланыу зарур. Көнгә ике-өс мәртәбә ашар алдынан эсергә кәңәш ителә. Бер нисә төрлөһөн бергә ҡатнаштырып эсеү ҙә файҙалы.
Әрекмән тамыры төнәтмәһе
Дауаланыу курсы бер ай дауам итә. Көҙҙән йыйып киптергән тамырҙарҙы файҙаланабыҙ. Кистән 10 грамм ҡоро әрекмән тамырын термосҡа һалып, өҫтөнә бер стакан ҡайнап торған һыу ҡойоп, иртәнгә тиклем шунда төнәтәбеҙ. Һөҙөп алғас, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Иртән, ашарға ярты сәғәт ҡала, 4 аш ҡалағы төнәтмә эсәбеҙ. Әрекмән тамыры төнәтмәһе - баш мейеһенең ҡан тамырҙарын таҙартыуынан тыш, ашҡаҙан системаһы өсөн дә бик файҙалы эсемлек.
Киптерелгән емештәр һәм мандарин
Был ризыҡтар тәмле булыуҙан тыш, сәләмәтлекте яҡшыртыу, ҡан тамырҙарын нығытыу сифатына эйә. Һәр көндө, иртәнге ашҡа ярты сәғәт ҡала, 1 мандарин, бер-ике аш ҡалағы йөҙөм, ике әстерхан сәтләүеге ашаһағыҙ, башығыҙ һыҙлап интектермәҫ. 15 минуттан лимон һалынған йәки уның һуты һығылған 1 стакан ҡайнаған һыу эсеп ебәрергә кәрәк. Тағы 15 минут ваҡыт үткәс, иртәнге ашҡа рәхим итергә лә була.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: master.ru