

Яртышар стакан шалҡан һәм кишер һутына берәр аш ҡалағы бал һәм лимон һуты ҡушығыҙ. Миҙгелле ауырыуҙар ваҡытында иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк. Өҫтәлегеҙҙән һарымһаҡ һәм һуғанды өҙмәгеҙ, уларҙың фитонцидтары вирустарҙы үлтерә. Тымау башланған саҡта берәр сәй ҡалағы юл япрағы, йүкә сәскәһе һәм бөтнөктән эшләнгән үлән сәйе ярҙам итә. Юл япрағы танауҙан һыу ағыуҙы туҡтата. Әгәр сәсәп йүтәлләйһегеҙ икән, ябай ҡара сәйгә 10-20 тамсы имбирь төнәтмәһен өҫтәгеҙ.
Тик шуныһы: ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: salauat.ru
Фото: medboli.ru