

Унда организмға кәрәкле барлыҡ файҙалы матдәләр бар. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн көн һайын кәмендә 10 емеш ашарға кәңәш итәләр.
Хөрмә – баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, көкөрт, бор сығанағы.
Уны даими ашап, ҡанда шәкәр күләмен яйға көйләп була. Пектинға бай был емеш яман шеште, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Ул йөклө һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы.
Юҡҡа ғынамы, ураҙа тотҡанда ла финик емеше менән ауыҙ асалар?!
Зәлиә БАЙҒУСҠАРОВА.
Сығанаҡ: ejansura.ru
Фото: mtdata.ru