

Был үләндең тыуған иле – Төньяҡ Америка. Уны, нигеҙҙә, төрлө экстракттарға, төнәтмәләргә һәм дарыу төймәләренә ҡушалар. Ғалимдар иҫбатлауынса, эхинацея вируслы һәм инфекция сирҙәренә ҡаршы көрәштә ярҙам итә. Уны йыш ҡына киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн файҙаланалар.
Бынан тыш, үҫемлек составында цикорий кислотаһы бар. Ул иһә ашҡаҙан аҫты биҙендәге һәм эсәктәрҙәге яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итергә ярҙам итә, тиҙәр. Белгестәр фекеренсә, эхинацеянан әҙерләнгән сәй ҡандағы шәкәрҙе кәметә, шуға ул II типтағы шәкәр диабеты менән сирләгән кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
Сығанаҡ: oskon
Фото: healthierculinary.