+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
7 Ноябрь 2022, 07:35

Иммунитетты күтәрә торған ҡатнашма

Был ҡатнашманы әҙерләү өсөн беҙгә 50 миллилитр етен майы, 3 лимон, уртаса ҙурлыҡта 2 баш һарымһаҡ, 150 грамм бал кәрәк буласаҡ.   

Иммунитетты күтәрә торған ҡатнашмаИммунитетты күтәрә торған ҡатнашма
Иммунитетты күтәрә торған ҡатнашма

Таҙартылған һарымһаҡты һәм лимонды ҡабығы менән ит турағыстан сығарып, етен майы һәм бал менән яҡшылап болғатырға. Әҙер ҡатнашманы быяла банкаға һалып, ҡаплап, һыуытҡыста бер аҙна тоторға. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан бер сәй ҡалағы ҡабырға кәрәк.

Бер ай ҡулланғандан һуң өс ай тәнәфес яһап алырға һәм артабан дауам итергә була. 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас