+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
22 Ноябрь 2022, 07:50

Ҡыҙыл миләш файҙалы

Ҡыҙыл миләштең шифаһы әйтеп бөтөргөһөҙ. Унда С һәм К витаминдары, микроэлементтар күп, шулай уҡ каротин һәм Р витаминдары бар.

Ҡыҙыл миләш файҙалыҠыҙыл миләш файҙалы
Ҡыҙыл миләш файҙалы

Уның һутын атеросклерозды һәм гипертоник ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланалар. Миләш төнәтмәһе эс йомшартыу өсөн дә һәйбәт. Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары ваҡытында унан төнәтмә яһап эсергә кәңәш ителә. Миләш һуты бөйөрҙән таштарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланыла. Табиптар шәкәр сире менән интегеүселәргә, бауыры ауыртҡандарға ла миләш ашарға ҡуша.

Миләш һуты

Уны яһау өсөн 400 грамм миләште иҙеп, уға 2 литр ҡайнаған һыу һәм бер аҙ шәкәр ҡомо һалырға, дүрт сәғәттән һуң болғатып, һөҙөп эсергә кәрәк. Эс ҡатҡанда бер нисә аҙна буйына көнгә өс тапҡыр 70–100 грамм шундай һут эсергә кәңәш ителә.


Аҙ ҡанлылыҡтан

Ике аш ҡалағы ҡыҙыл миләш емешен ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтеп торғас, һөҙөргә кәрәк. Шуны көн буйына өс-дүрт тапҡыр әҙ-әҙләп эсергә була.

Үт ҡыуығы ялҡынһынған (холецистит) кешеләр ҙә миләш һутының файҙаһын күрә. Халыҡ медицинаһында ул ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн дә ҡулланыла. Бынан тыш, ҡыҙыл миләште иҙеп, шәкәр ҡомо һәм ҡайнар һыу менән болғатып, йоҡлар алдынан эсеү ҙә файҙалы.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас