+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
25 Ноября 2022, 09:10

Күп ауырыуға дауа

Был ҡатнашма, ысынлап та, күп ауырыуға дауа булып тора. Шулай уҡ иммунитет системаһын да нығыта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, хoлеcтеpинды ла кәметә. 

Күп ауырыуға дауаКүп ауырыуға дауа
Күп ауырыуға дауа

Бының өсөн уны ни бары 7 көн дауамында эсергә кәрәк. 

Шулай итеп, дарыу өсөн 200 грамм ҡырылған имбир тамыры, ҡырғыстан үткәрелгән 1 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты кәрәк була. 

Барлыҡ ингpедиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Тик уны 5 көндән артыҡ һаҡларға ярамай. 

Уны көнөнә 2 тапҡыр ашағыҙ. Иртән ас ҡарынға һәм төшкөһөн ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ ҡабығыҙ. Тәүге өс көндән һуң тәүге һөҙөмтәләрҙе күрерһегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас