+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
6 Декабря 2022, 08:15

Әгәр йоҡлай алмаһаң...

Был ябай ғына рецепт йоҡоно яйға һалыр, төрлө сирҙәрҙән дә арындыр, организмды ла нығытыр.

Беҙгә 200 грамм грек сәтләүеге, 100 грамм кипкән петрушка үләне, 100 грамм ҡырылған имбир тамыры, 200 грамм йөҙөм, 200 грамм шыйыҡ бал кәрәк буласаҡ.Быларҙың барыһын бергә блендерҙа ваҡларға ла бал ҡушып болғатырға.

Әҙер ҡушылманы иртән ас ҡарынға ике балғалаҡ ҡына ашарға кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - ике-өс аҙна, шул сама ялдан һуң ҡабатларға була.

Ыңғай һөҙөмтәһе тиҙ күренә: аппетит асыла, йоҡо яйға һалына, эшләү һәләте, кәйеф күтәрелә. Тиренең, сәстең, тырнаҡтың торошо күҙгә күренеп яҡшыра. Артыҡ ауырлыҡтан да яйлап арындырасаҡ.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Сығанаҡ һәм фото: yantiyak.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас