+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
8 Декабрь 2022, 08:45

Әгәр йүткереү йонсотһа...

Йүткереүҙән ҡотолоу өсөн ябай, әммә файҙалы рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Был айырыуса дарыу эсергә яратмаған балаларға оҡшар. 

Әгәр йүткереү йонсотһа...Әгәр йүткереү йонсотһа...
Әгәр йүткереү йонсотһа...

Тәмле дауаны эшләр өсөн ике бешкән банан, ике аш ҡалағы бал һәм 400 миллилитр һыу кәрәк буласаҡ.

Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа ҡайнататырға ҡуябыҙ.Ул ҡайнаған арала банандарҙы тышынан әрсеп, сәнске ярҙамында яҡшылап иҙәбеҙ.Һыу ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ һәм банан иҙмәһен өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡуйы ғына масса килеп сығасаҡ.
Артабан әҙерәк һыуытып алабыҙ ҙа бал ҡушып болғатабыҙ. Дарыу әҙер!
Көнөнә 4 тапҡыр 2-3 сәй ҡалағын ашарға кәңәш итәләр. 2-3 көн ҡулланғанда йүткереүегеҙ кәмер, яҡшыраҡ йоҡларһығыҙ. Сөнки бананда тынысландырыу әһәмиәтенә эйә матдәләр ҙә бар.
Сәләмәт булығыҙ!
 
Сығанаҡ: haibh.ru
Фото:jur.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас