+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
12 Декабрь 2022, 08:00

Шәп витамин!

Әйҙәгеҙ, тәмле лә, файҙалы ла витамин әҙерләп алайыҡ.

Кәрәк була: 500 грамм күрәгә, 500 грамм йөҙөм, 500 грамм ҡара емеш, 500 грамм инжир (булмаһа да ярай), 500 грамм әстерхан сәтләүеге, 1 лимон һәм ярты литр бал.
Барыһын да яҡшылап йыуабыҙ. Ит турағыстан үткәреп, бал ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа банкаларға тултырып ҡуйып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ
Көн һайын иртәнге ашҡа ярты сәғәт ҡалғас, 1 аш ҡалағы ҡатышманы ярты стакан йылы һыу менән эсеп ҡуйырға кәрәк. 1 ай ҡулланырға кәңәш ителә.



Рәмзиә ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Сығанаҡ һәм фото: ataisal

 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас