

Шифалы төнәтмә яһау өсөн бер иш күләмдә һоло кәрәк. Файҙалыраҡ булһын өсөн таҙартылғанын ҡәһүә онтағыста ваҡлап алырға ла була. Тигеҙ итеп әҙерләнгән өс ҡалаҡ һолоға ярты литр һыу ҡойоп, һүлпән утта 15 - 20 минут яй ғына ҡайнатып алырға. Шуны һыуытып, марля аша һөҙөп алғас, файҙалы эсемлек әҙер! Көнөнә ике стакан тирәһе төнәтмә эскәндә лә организмда ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, еңеллек барлыҡҡа килә, күңел күтәренкелеге тойола, ғөмүмән, ул бар организмға көс бирә.
Сығанаҡ һәм фото: aulut.ru