+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
21 Декабрь 2022, 11:10

Стоматиттан шәп дауа

Стoмaтит менән яфаланған кеше уның ни тиклем мәкерле икәнен күҙ алдына килтерә алалыр, моғайын. Ауыҙ эсенә сыҡҡан сей яранан ҡотолоу өсөн бер шәп сара бар.

Уны эшләр өсөн беҙгә 1 балғалаҡ тоҙ, 300 миллилитр ҡайнаған һыу, лимoндың дүрттән бер өлөшө кәрәк буласаҡ.

Тоҙҙо 200 миллилитр йылы һыу менән иҙегеҙ һәм был иҙмә менән көн дауамында ауыҙҙы сайҡатығар кәрәк. 

Ҡалған 100 миллитр һыуға лимон һутын һығып эсегеҙ. Берүк шәкәр ҡушып ҡуймағыҙ! Иртән йоҡонан тороуыңа стоматиттың эҙе лә ҡалмаҫ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

 

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото:deal.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас