

Йод һәм лимон һуты ― улар өсөн шәп дауа! Был масканан һуң тырнаҡтарығыҙ шыма булып ҡалыр.
1 аш ҡалағы йылытылған үҫемлек майын алып, шунда 3 — 4 тамсы лимон һутын һәм 2 — 3 тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо килеп сыҡҡан шыйыҡ иҙмәне тырнаҡтарығыҙға һөртөгөҙ.
15 минуттан салфетка менән һөртөп алығыҙ йә һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. Аҙаҡ ҡулығыҙға крем һөртөп ҡуйығыҙ.
Тырнаҡтарығыҙ матур, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ: hakmar.ru
Фото: syl.ru