-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Ғинуар 2023, 14:05

Һарымһаҡтың файҙаһы

Йүткергәндә, өс тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп, 2-3 аш ҡалағы бал өҫтәп ҡайнатаһың. Унан һыуытып эсәһең. Йүтәлдең эҙе лә ҡалмаҫ.

Һарымһаҡтың файҙаһы
Һарымһаҡтың файҙаһы

Көн һайын ас ҡарынға бер тырнаҡ ҡына булһа ла һарымһаҡ ашаһағыҙ, күҙ тейеү, боҙом кеүек нәмәләрҙе бар тип тә белмәҫһегеҙ.

Тын етмәй йонсоһағыҙ, һарымһаҡты тоҙ менән бергә иҙергә, шуны бергә-бер ҡатнашлығында һыу менән болғатып эсергә, унан йылы урында салҡан ятып торорға кәңәш итәләр.

Һарымһаҡ онтағын һары аҡ майға ҡушып, яҡшылап болғатырға. Ҡулдағы ҡорсаңғыға, гел ҡысытып торған урындарға шуны һөртөргә. Файҙаһы иҫ киткес.

Һәр дауаны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: