+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
13 Ғинуар 2023, 10:30

Йөҙөм бауырҙы таҙарта

Әгәр ҙә бауырығыҙ ауыртыуын һиҙһәгеҙ, бына һеҙгә дауалау рецебы. Бының өсөн тиҙ арала ярты стакан йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа бер аҙ тотоп алығыҙ. 

Йөҙөм бауырҙы таҙарта
Йөҙөм бауырҙы таҙарта

Өҫтөнө 400 миллилитр ҡайнатылған һыу ҡойоп, бер тәүлеккә төнәтергә ултыртығыҙ. Иртәгәһенә төнәтмәне эсергә, йөҙөмөн ашап, ике сәғәт ятып торорға кәрәк. Аҙнаға бер мәртәбә шулай эшләргә мөмкин. Дауаланыу ваҡыты - бер ай.

Күптәр күрәгә (курага) менән дә төнәтмә эшләй, әммә бауырҙы таҙартыу өсөн иң яҡшыһы ҡара төҫтәге йөҙөм иҫәпләнә.

Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

Сығанаҡ: toratau.ru

Фото: land.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: