-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
15 Ғинуар 2023, 16:35

Гәрсис ярҙамға килер

Аяғың талдымы? Әллә тамағың ауыртамы? Гайморит, тымау тейеп ҡаҡшатамы? Арҡаң ауыртамы, артрит йөҙәтәме, һеңер тартышамы? Гәрсис һеҙгә ярҙамға килер!

Гәрсис ярҙамға килер
Гәрсис ярҙамға килер

Аяҡ талғанда... 

2 аш ҡалағы гәрсисте 2 литр эҫе һыу менән бутап, аяғығыҙҙы 30 минуттай тығып ултырығыҙ. 

Тамаҡ ауыртҡанда... 

Бер аҙ лимон һуты менән 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ бал, ярты балғалаҡ гәрсис һәм 100 миллилитр йылы һыуҙы ҡушып болғатабыҙ. Был ҡатнашма менән тамаҡты көнөнә 4-6 тапҡыр сайҡатабыҙ. 

Гайморит, тымау тейгәндә... 

Берәй сепрәкте эҫе һыуға тығып алабыҙ ҙа эсенә ҡоро гәрсисте һалабыҙ. Был гәрсисле һыуҙы танау өҫтөнә йәки ике ҡаш араһына һалабыҙ. 

Арҡа ауыртҡанда, артриттан, һеңер тартылғанда 

Эҫе һыуға 220 грамм гәрсис порошогын һалып болғатабыҙ. Тик гәрсисте әҙләп кенә өҫтәйҙәр. Төйөрҙәре тороп ҡалмаһын. Бындай ваннаны 20 минут 20 мин инер кәрәк. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: dnevniq.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: