+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
18 Ғинуар 2023, 15:50

Гранатты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?

Ташларға ашыҡмағыҙ. Ул иҫ китмәле файҙалы сифаттарға эйә икән!

Гранатты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?
Гранатты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?

Йөрәк тибеше боҙолғанда 2 аш ҡалағы гранат тышына 250 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Әҙер төнәтмәне 1 аш ҡалағы бал болғап, көн дауамында эсергә кәрәк.

 Тән тиреһе кибеп ярылған йәки ҡутырлап торған урынға кипкән гранат тышынан төйөлгән порошокты һибегеҙ.

Бөйөр ауыртҡанда гранаттың 2 аш ҡалағы ваҡланған тышына 250 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп,  30 минут ҡайнатырға кәрәк. Һөҙөп алғас, баштағы күләмгә еткергәнсе һыу өҫтәргә. Ашар алдынан 50 миллилитр эсергә. 

Йүтәл йонсотһа, гранат тышын сәй итеп эсергә. Ул бешергәндә алһыу төҫкә инергә тейеш. Йылы көйө баллап эсеү кәрәк. 1 көнгә - 1 стакан.

Битегеҙҙәге һытҡылар борсоймо? Битлек эшләгеҙ! 5-6 минут ҡыҙҙырып алынған гранат тыштарын онтағыҙ, 1:1 нисбәтендә май менән бутағыҙ. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ ҡулланмағыҙ.

Тән бешкәндә. Бешкән урынға гранат һутын һөртөргә лә, киптерелгән гранат онтағын һибергә кәрәк. Ауыртыуҙы баҫыр, ҡыуыҡ барлыҡҡа килмәҫ. Төнәтмәне ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

Сығанаҡ: ejansura.ru

Фото: gsenzao.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: