-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?

Түбәндәге рецептар йыш ауырыған баланың иммунитетын нығыта ала. 

Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?
Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?

Һырғанаҡ ҡатнашмаһы. Ул 200 грамм емешкә ике ҡалаҡ шәкәр ҡушып иҙеү юлы менән алына. Әскелтем генә һут бүленеп сыға. Ҡатнашманы балаға балғалаҡлап көнөнә ике тапҡыр бирергә кәңәш ителә. Артығын һыуытҡыста һаҡларға.

Мүк еләге. Ярты килограмм еләкте ағас ҡалаҡ менән иҙергә лә уға ваҡланған өс алма, бер стакан грек сәтләүеге, ярты стакан шәкәр (әсе булһа, күберәк алына), ярты стакан һыу ҡушырға. Барыһын бергә болғап, һүрән утта ҡайнатып алырға. Һыуынған ҡатнашманы балаға иртәле-кисле берәр балғалаҡ ашатырға.

Гөлйемеш. Иҙелгән емештәренән яһалған төнәтмәне көҙ башланыу менән эсерә башларға була - күп сирҙәрҙән һаҡлай.

Витаминдар ҡушылмаһы. Бер тигеҙ өлөштә алынған һәм ит турағыстан үткәрелгән йөҙөм, күрәгә, кипкән ҡара емеш, инжирға ике ҡалаҡ бал һәм ярты лимон һуты ҡушып яҡшылап болғатырға. Көнөнә өс-дүрт балғалаҡ ҡатнашма ашау ҙа һаулыҡҡа тик ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты күтәрә.

Эхинацея. Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә 250 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Иртән һөҙөп, уны ашарҙан 30 минут алда эсерергә. Дауаланыу ваҡыты - ун көн.

Әммә ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

Сығанаҡ: ataisal.com

Фото:kartinkin.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в