-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
24 Ғинуар 2023, 16:40

Үҙәк көйөүенән ҡотолоу өсөн

Үҙәк көйгән ваҡытта ошондай ябай ғына алымдар ярҙамға килер. 

Үҙәк көйөүенән ҡотолоу өсөн
Үҙәк көйөүенән ҡотолоу өсөн

Сәтләүек йәки көнбағыш емеше ашап ҡарағыҙ. Сәтләүектең ниндәйе булһа ла ярай.

Бер балғалаҡ үҫемлек майы эсегеҙ (көнбағыш, зәйтүн майы мөмкин).

Ҡаты сортлы һутлы алма йәки кишер ашағыҙ.

Үҙәк көйөүҙән укроп һәм аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе ярҙам итә.

 Бер стакан йылы һөт эсергә мөмкин.

 Етен орлоғо үҙәк көйөүгә ҡаршы һөҙөмтәле сараларҙың береһе һанала.

Бер стакан кефирға (ҡатыҡҡа) ике балғалаҡ етен орлоғон һалып, яҡшы итеп туғып эсһәгеҙ, ун минуттан үҙәк көйөү тулыһынса баҫылыр.

 

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: 100sp.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: