+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
28 Ғинуар 2023, 14:35

Әстерхан сәтләүеге яратаһығыҙмы?

Әстерхан сәтләүеге йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы өсөн файҙалы, ул ҡан составын яҡшырта. 

Бынан тыш,уны ашаһаң, ҡан тамырҙары нығына һәм ҡан баҫымы нормалаша. Был сәтләүек йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртә, атеросклероз барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тора. Әстерхан сәтләүеге составында булған витаминдар төркөмө организмдан токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә. Йыш әстерхан сәтләүеге ашаған кешеләрҙең сәстәре, тырнаҡтары яҡшы үҫә, тиреләге ваҡ йыйырсыҡтар кәмей, тештәре боҙолоп бармай.  

Ул иммун системаһы өсөн дә бик файҙалы.

Сығанаҡ: ejansura.ru

Фото: orehi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: