+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
1 Февраль 2023, 14:20

Мөғжизәле өс емеш

Белгестәр әйтеүенсә, был емештәр арҡа һөйәге туҡымаларын нығытҡан, тергеҙгән матдәләргә бай. Ә туҡымаларҙың нығыныуы умыртҡа бағанаһының сәләмәтлегенә тура йоғонто яһай.  Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙы бергә яраштырып ҡулланыу ғына һөҙөмтә бирә.

Мөғжизәле өс емеш
Мөғжизәле өс емеш

Һүҙ беҙҙең тупраҡта үҫмәгән, әммә ба­ҙарҙа, магазиндарҙа күпләп һатыл­ған күрәгә (өрөк,  кипкән абрикос), инжир һәм ҡара емеш (чернослив) тураһында бара. Кипкән абрикос емештәренең йөрәк мускулдарына ыңғай тәьҫире  күптән инде фән тарафынан раҫланған, сөнки унда калий күп.  Өҫтәүенә, был мөғжизәле емеш фосфор, тимер, кальций, каротинға һәм  В5 витаминына бай.

Инжир, табиптар раҫлауынса, яман шеш сирҙәрен иҫкәртә, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген көйләй, эсәклектән паразиттарҙы сығарыуға ярҙам итә.

Ҡара емеш – сәләмәтлекте нығыт­ҡан йәнә бер  мөғжизәле тәбиғәт бүлә­ге. Кипкән слива ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай тәьҫир итә.  Төнәтмәһе эс ҡатыу­ҙан арындыра, аш һеңдереүҙе көйләй. Юғары ҡан баҫымынан, бөйөр, ревматизм, бауыр сирҙәренән яфалан­ғандарға ла ошо емеште йышыраҡ ҡул­ланырға тәҡдим итәбеҙ.  А витами­ны күп тупланғанға күрә,  уның күреү һәләтен яҡшыртыуы билдәле.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: fotocdn.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: