+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
5 Февраль 2023, 15:35

Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...

Һарымһаҡтың составы аҡһымға, углеводҡа, минералдарға һәм биологик әүҙем матдәләргә бай.

Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...
Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...

Шулай уҡ һарымһаҡта аллицин тигән мат­дә күп. Тап шул йәшелсәне бакте­рия­ларға ҡаршы көрәштә алыштырғыһыҙ сара итә. Аллицин бактерияларҙың үрсе­үенә, таралыуына яҡшы кәртә була ала, антисептик булараҡ тәьҫир итә. 

Көн һайын бер тырнаҡ һарым­һаҡ ашау ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, холес­терин кимәлен кәметеүгә булыш­лыҡ итә. Былар барыһы ла организмда тромбтар барлыҡҡа килеүҙе, инсульт һәм инфаркт хәүефен кәметә. Шулай уҡ һарымһаҡ ҡан баҫымын төшөрә. Ул шәкәр диабеты осрағында ла кәңәш ителә, сөнки ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә һәләтле.

Әммә һарымһаҡты сама белеп ҡулланыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк юлына ҡағылышлы киҫкен сирҙәр (гастрит, дуоденит, энтерит, колит, сей яра) күҙә­телгәндә, бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, аллергия булғанда ул тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ ҡан баҫымы түбән булған кешеләр ҙә һарымһаҡты бик һаҡ, сама менән ашарға тейеш.
 
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: