+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
12 Февраля 2023, 09:30

Йүтәлдән – һарымһаҡлы сироп

Уны әҙерләү өсөн беҙгә 5–7 баш һарымһаҡ, шыйыҡ бал, 3 аш ҡалағы алтей тамыры онтағы (дарыуханала һатыла) кәрәк буласаҡ.

Йүтәлдән – һарымһаҡлы сиропЙүтәлдән – һарымһаҡлы сироп
Йүтәлдән – һарымһаҡлы сироп

Һарымһаҡты ит турағыс аша сығарып йәки турап, алтей онтағы менән бутарға. 500 миллилитрлыҡ банкаға һалып, шыйыҡ бал өҫтәргә. Уны бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға, һуңынан ҡатнашманы марля аша һығып алырға. 

Йүтәлдән ҡотолоу өсөн сәғәт һайын 1 балғалаҡ ҡабып торорға онотмағыҙ.

Был сироп бронхит, трахеит, фарингит, ларингит кеүек ауырыуҙар ваҡытында ярҙам итә. Һарымһаҡ организмдың микробтарға һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығын арттыра, алтей тамыры - ҡаҡырыҡты сығарырға, бал иһә иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә. Ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшеү кәрәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: dairagazite.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас