+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
20 Февраль 2023, 10:10

Ылыҫлы сәй файҙалы

Был эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта, радионуклидтарҙы сығара, бөйөрҙәрҙе дауалай, ғөмүмән, бөтә организмға яҡшы тәьҫир итә.

Ылыҫлы сәй файҙалыЫлыҫлы сәй файҙалы
Ылыҫлы сәй файҙалы

Уны әҙерләү еңел генә, кеҫәгә лә һуҡмай. Өс литрлыҡ быяла һауыттың бер литр кимәленә тиклем шыршы йәки ҡарағай ылыҫын ( нәҙек ботағы менән бергә лә ярай) һалабыҙ, уға ваҡланған ярты балғалаҡ бәпкә үләне, берәр ҡалаҡ ваҡланған ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтары өҫтәйбеҙ ҙә өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатабыҙ. Бүлмә температураһында 10-12 сәғәт торғас, уны ҡуллана башларға була. Теләгән ваҡытта сәй кеүек шәкәрләп-баллап эсәбеҙ. Лимон өҫтәргә лә онотмағыҙ. Ошо рәүешле әҙерләнгән шифалы эсемлек менән 4-5 ай дауаланыу ыңғай һөҙөмтә күрһәтмәй ҡалмаҫ.Алдан табип менән кәңәшләшеү ҙә кәрәк.

Ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия булыу-булмауын белеү мотлаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас