

Күрәгә йөрәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим булған калийга бай. Ул стенокардия менән ауырыусылар, ҡан әйләнеше боҙолған, шешенеүсән кешеләргә айырыуса кәрәк. Емеш эсәклекте лә таҙарта. Бәүел ҡыуҙырғыс дарыуҙар эсеүселәргә, аҙ ҡанлылыҡтан интегеүселәргә, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға тимергә бай булған күрәгә ашарға тәҡдим итәләр. Кипкән абрикос составындағы А витамины күреүҙе яҡшырта, тирене таҙарта, һығылмалы итә. В5 витамины артыҡ майҙан арындыра. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға уны күп ашарға ярамай, сөнки емештең 50 процент өлөшө шәкәрҙән тора.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: pomnim.com