+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
27 Февраль 2023, 10:10

Дауа - тәҙрә төбөндә

Өйҙә үҫкән алоэ, каланхоэ, алтын мыйыҡ (золотой ус) кеүек гөлдәр - күп сирҙәрҙе еңергә булышлыҡ итеүсе көслө тәбиғи стимуляторҙар. Нимәнән файҙалы һуң улар?

Дауа - тәҙрә төбөндәДауа - тәҙрә төбөндә
Дауа - тәҙрә төбөндә

Һыуыҡ тейгәндә

300 грамм алоэ япрағы, өс ҡалаҡ бал, өс ҡалаҡ медицина спирты алына. Алоэны ит турағыс аша үткәргәс, бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр балғалаҡ ҡулланырға кәрәк.

Тымау

1:10 нисбәтендә яңы һығылған алоэ һутын ҡайнап һыуынған һыу менән ҡатнаштырабыҙ. Хәл яҡшырғансы танауға көнөнә ике-өс тапҡыр тамыҙабыҙ. Алтын мыйыҡ төнәтмәһе менән көнөнә өс-дүрт мәртәбә пипетка ярҙамында йыуҙырырға ла мөмкин.

 Йүткергәндә

Ярты стакан алоэ һуты, өс ҡалаҡ бал һәм 50 грамм аҡ майҙы бергә ҡушып болғатабыҙ. Ҡатнашманы көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна.

Тамаҡ шешкәндә

Каланхоэ һутын яртылаш һыу менән бутап, ауыртыу бөткәнсе тамаҡты сайҡатыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.

Ҡолаҡ ауыртҡанда

Каланхоэ һутын көнөнә өс-дүрт тапҡыр бер-икешәр тамсы тамыҙырға. Шулай уҡ алтын мыйыҡтың яңы һығылған һутын мамыҡҡа манып, 20 минутҡа ҡолаҡ эсенә ҡуйырға була. Был дауаны өс-дүрт көн ике-өсәр тапҡыр ҡабатларға.

Арпа сыҡҡанда

Уртаса ҙурлыҡтағы алоэ япрағын ваҡлап, ҡайнап һыуынған һыуҙа алты-һигеҙ сәғәт төнәтергә лә һөҙөргә. Мамыҡҡа манылған төнәтмәне күҙгә ябырға.

Йәрәхәтләнгәндә

Алоэ япрағын уртаға киҫеп яраға ябырға һәм пластырь менән беркетергә. Бер нисә сәғәттән яра бөтәшә лә башлар. Япраҡты алмаштырып тороу мотлаҡ. Йә булмаһа, зарарланған ергә каланхоэ һутын да тамыҙырға була. Шулай иткәндә лә йәрәхәтләнгән тире йәһәт уңала.

Һәр дауалау сараһының кире яҡтары булыуы тураһында ла оноторға ярамай. Шуның өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: 061.ru/wp

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас