+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
3 Марта 2023, 10:25

Әгәр үҙәк көйә икән...

Һеҙгә үҙәк көйөүҙе кәметә торған диета тәҡдим итәбеҙ. 

Әгәр үҙәк көйә икән...Әгәр үҙәк көйә икән...
Әгәр үҙәк көйә икән...

Бер ысул – һоло бутҡаһы. Үҙәк көйгәндә ошо туҡлыҡлы аҙыҡтан да яҡшыраҡ аш юҡ, ти табиптар. Имбир – әсе рефлюкс мә­лен­дә шулай уҡ тәьҫирле ярҙамсы. Борон за­мандарҙан ялҡынһыныуға ҡаршы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалау өсөн дә уны файҙаланғандар.

Алоэ, яраларҙы уңалтыуҙан тыш, үҙәк көйгәнен дә яҡшы баҫа. Шулай уҡ көн һайын салат ашау файҙалы буласаҡ. Күпселек ауырыуҙар бананға һәм ҡауынға өҫтөнлөк бирә, тик ҡайһы берәүҙәр өсөн уларҙың ярап бөтмәүе ихтимал.

Табиптар әйтеүенсә, рефлюкс йонсотҡанда тауыҡ ите һәм һурпаһы, балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары файҙалы. Төҫлө кәбеҫтә, брокколи, йәшел борсаҡ, сельдерей, петрушка һәм башҡа  йәшелсә үҙәк көйгәндә туҡланыуҙа уңышлы ҡулланыла.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Фото: ketokotleta.ru

Сығанаҡ:bashgazet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас