+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
13 Марта 2023, 10:10

Йүткереүҙән шәп дауа

Был рецепт йүткереүҙән тиҙ арала ҡотолорға ярҙам итәсәк.

1 литр ҡуйы (бөгөн һауғаны бигерәк тә шәп) һөт, 1 баш һуған, 1 аш ҡалағы аҡ май, бер семтем сәй содаһы  кәрәк буласаҡ.
Һөт ҡайнап сыҡҡандан һуң, дүрткә бүленгән һуғанды һалып, 5 минут бешерергә. Һөттө уттан алып, бер аҙ һыуытырға һәм ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп, болғатырға.
Ҡатнашманы төнгә ҡаршы ҡайнар, әммә ауыҙҙы бик бешермәҫлек итеп эсергә. Тәме бик хуш килерлек булмаһа ла, тәьҫире шәп – иртән үҙегеҙҙе еңелерәк хис итәсәкһегеҙ, йүткереүегеҙ ҙә баҫылыр. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү ҙә кәрәк.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: selcdn.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас