+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Лимон файҙаһы

Ангина ваҡытында телемләп киҫелгән лимонды ауыҙға ҡабып һурырға һәм йоторға, быны сәғәт һайын ҡабатларға кәңәш ителә.

Лимон файҙаһыЛимон файҙаһы
Лимон файҙаһы

 Бигерәк тә лимондың ҡабығы файҙалы. Уны сәйнәгәндән һуң С витамины тамаҡ төбөндәге бактерияларҙы үтерһен өсөн башҡа ризыҡ ҡапмай торорға кәрәк.

Лимон ҡан баҫымын көйләй, йүтәлде баҫа. Бының өсөн тигеҙ күләмдә бал, лимон һуты, шәкәр ҡомо ҡушып ҡайнатырға ла өйәнәк башланғас, 1 аш ҡалағы ҡабырға кәрәк.

Вирустарға ҡаршы сөгөлдөр һәм лимон һуты ҡушылмаһы - иң яҡшы дауа.

Гипертониянан интегеүселәргә тәүлегенә 3-4 тапҡыр ҡабығы менән ярты лимон ашарға кәңәш ителә.

Бер аҙ ғына баллы һәм лимонлы һыу эсеү күңел болғаныуын да кәметә. 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас